Муниципалитеттарға янғынға ҡаршы сараларҙы тулы кимәлдә башҡарыу талап ителә. Улар араһында – урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, урман фонды биләмәләрендә күҙәтеү ойоштороу, усаҡ, ҡороған үлән һәм ҡый яндырыуҙы тыйыу, халыҡҡа аңлатыу эштәрен алып барыу һәм башҡалар. Урман участкаларын ҡуртымға алыусы ағас әҙерләүселәр ҙә үҙ биләмәләрен тикшереп торорға, янғын хәүефһеҙлеге сараларын тәьмин итергә тейеш.
Быйыл урман фонды биләмәһендә 20 янғын булған, 29,8 га майҙан янған. Уларҙың сәбәбе – кеше факторы.
Урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған һәм ут сығарған өсөн граждандарға 4 меңдән 5 меңгә тиклем, яуаплы вазифа биләүселәргә 20–40 мең, юридик шәхестәргә 300 –500 мең штраф янай.
Урман янғындары сыҡҡанда 8-800-100-94-00 , (347) 218-14-14 (БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәте) телефондары буйынса шылтыратығыҙ.