Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2021, 12:00

Журналистар ағас ултыртты

Бөгөн баш ҡаланың Башҡортостан урмансылары исемендәге урман паркында БР Журналистар союзы һәм төбәктең Урман хужалығы министрлығы менән берлектә шәп сара уҙҙы. Унда матбуғат һәм киң мәғлүмәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре Журналистар аллеяһына ағас ултыртты.

Хеҙмәттәштәр бының кеүек акцияла тәүгә генә ҡатнашмай. Бынан ике йыл ярым элек - 2018 йылдың көҙөндә лә паркта журналистар ағас ултыртҡайны. Тик үҫентеләр ерегеп китә алмаған - кешеләр тапап бөткән, өҫтәүенә ул урынды спорт майҙансығы иткәндәр. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостандың Журналистар союзы яңынан Журналистар аллеяһын булдырырға ниәтләне.
Бөгөнгө сарала республиканың гәзит-журналдары, интернет-баҫмалары, радио-телевидение һәм "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто хеҙмәткәрҙәре - йәмғеһе илленән ашыу кеше ҡатнашты. Улар йөҙгә яҡын ҡарағай үҫентеһенә йән бирҙе. Әйткәндәй, сәсеү материалы Кушнаренко районындағы питомниктан килтерелгән ине.
Башҡортостандың Урман хужалығы министры ярҙамсыһы Айрат Искәндәров белдереүенсә, республика журналистарының ижади берекмәһе бөгөн ойошторған сара бер күркәм датаға бәйле булыуы менән ҡәҙерле. Быйыл Башҡортостан урмансылары исемендәге урман паркы барлыҡҡа килеүгә 55 йыл тула. Сәғит Агиш һәм Менделеев урамдары киҫелешендәге Өфөнөң иң ҙур ял итеү паркына 1966 йылдың 18 сентябрендә нигеҙ һалынған булған.

Фото: Ю.Кәримов
Читайте нас