Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2021, 11:20

Туристик маршрутты РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында теркәр кәрәк

Ҡайҙалыр хәүефле ергә походҡа юлланһағыҙ, хәүефһеҙлекте тәьмин итер өсөн, маршрутты мотлаҡ РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында теркәргә кәрәк. Был талап ябай маршруттарға ҡағылмай.

Сәйәхәт итеүселәр ҡотҡарыусыларға маршруттары тураһында мәғлүмәтте РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының рәсми сайтына махсус форма аша йәки урындағы ҡотҡарыусыларҙың электрон почтаһына ебәрә ала.
Шулай уҡ почта аша хат яҙып һалырға, шәхсән мөрәжәғәт итергә лә мөмкин.
Хатта адресты, бәйләнеш өсөн телефонды, турфирма вәкиленең исем-шәрифен, походта ҡатнашыусыларҙың исемлеген, уларҙың яҡын туғандары хаҡында мәғлүмәтте, походҡа барыу, ҡайтыу ваҡытын күрһәтергә.

Был мәғлүмәттәр бәләгә тарыған туристарға тиҙ арала ярҙам күрһәтергә форсат бирәсәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас