Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2021, 14:57

Мәскәү үҙәгендә 18 йәшлек яҡташыбыҙ һәләк булған

Йәш ҡыҙ әсәһе менән ҡала буйлап йөрөгән мәлдә ҡапыл иҫен юйып ҡолай.

26 апрель Мәскәү ҡалаһында Башҡортостанда йәшәүсе 18 йәшлек ҡыҙ вафат булған. Ҡыҙыҡай әсәһе менән Манеж майҙанында йөрөгән мәлдә үҙен ҡапыл насар тоя һәм иҫен юйып ҡолай.
Ваҡиға урынына «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырталар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙ табиптар килеп еткәнсе һәләк була. Яҡташыбыҙ ауыр сир менән яфаланған булған, ниндәй икәне асыҡланмай.
Фото: «КП»
Читайте нас