+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2021, 07:23
«Изгелек йорто»
Өфөлә асылған «Изгелек йорто» кафеһында пенсионерҙар һәм ветерандар бушлай туҡлана ала.
«Изгелек йорто», йәғни урыҫса «Добродомик» тип аталған кафе тәүге тапҡыр Санкт-Петербургта асыла. Ойоштороусылар һөйләүенсә, уның тарихы шулайыраҡ башлана. Урындағы кафеға насар ғына кейенгән бер ҡарт инә, уның яҡшылап ашарға алырға аҡсаһы ла булмай. Кафе хужаһы ҡартты йәлләй һәм: «Бөгөн беҙҙә акция башланып тора, пенсионерҙарҙы, ветерандарҙы бушлай ашатабыҙ», – тип бер аҙ шыттырып ебәрә. Оло кеше бик ҡыуана, рәхмәт уҡый-уҡый ашарға ала. Ҡарт кафеға көн һайын килә башлай. Әммә бер көн яңы эшкә килгән официантты иҫкәртергә оноталар... Йәш ҡыҙ ҡарттан аҡса түләтә. Һөҙөмтәлә пенсионер кафеға бүтән килмәй ҙә ҡуя. Шул саҡ кафе хужалары Александра Синяк и Евгений Гершевич ишеккә иғлан элеп ҡуя – «Пенсионерҙарҙы, һуғыш ветерандарын, Ленинград ҡамауында ҡатнашыусыларҙы бушлай ашатабыҙ!» Шул рәүешле социаль проектҡа нигеҙ һалына.
Һуңыраҡ кафе ҡалала популярлыҡ яулай, матди яҡтан тәьмин итергә теләүсе эшҡыуарҙар, хәйриә фондтары табыла. Һөҙөмтәлә «Изгелек йорто» икенсе ҡалаларҙа төҙөлә, бөтә Рәсәй буйлап таралып китә.
Ошо көндәрҙә «Изгелек йорто» кафеһы Өфөлә лә үҙ ишектәрен асты. Тантанала кафе селтәрен ойоштороусы Александра Синяк та ҡатнашҡан. Тулыраҡ мәғлүмәт менән ошонда танышырға мөмкин:
https://vk.com/dobrodomikufa
.
Фото: «Добродомик».
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"