Йырсы Гүзәл Ураҙованың йортон һыу баҫҡан. Был хәл ғаилә Төркиәлә саҡта булған, күрәһең. Уның тураһында Ураҙова Инстаграм битләүендә яҙған: «Беҙҙе һыу баҫты, ламинатты ғына алыштырырбыҙ тигән инек. Өйҙөң тышына тиклем сыҡҡан. Түбәгә тиклем бөтә һүттеләр, киптерергә һәм яңынан эшләргә кәрәк».
Ғаилә башлығының бер туған ҡустыһы Ғаяз йортҡа ремонт эшләй башлаған. Йырсылар ни сәбәпле һыу баҫыуын аңлатмай. Быға ышанмаусылар ҙа табылған хатта: «Был реклама бит. Уларҙың йорто түгел», — тигән береһе. Күптәр йырсылар ғаиләһенә һаулыҡ теләгән: «Иң мөһиме, үҙегеҙ һәм балаларығыҙ имен-һау булһын», — тигәндәр. Ҡаты итеп әрләүселәр ҙә бар: «Байҙар илай, аҡсағыҙ күп. Быныһын һатығыҙ ҙа, яңыһын алығыҙ».
Йырсылар бер юлы ике ҡуян ҡойроғон тотмаҡсы, йорттарына ремонт яһатырға, һуңынан уны бер аҙ ҙурайтырға ниәтләй.