Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2021, 11:00

Диван "һатҡан"...

Өфөлә йәшәгән ханым диван һатыуы тураһында популяр сайтҡа иғлан биргән. Бер сәғәт тә үтмәгән, уға шылтыратып, ҡатын кеше диванды һатып алыуын белдереп, залог индереү өсөн банк картаһы мәғлүмәттәрен әйтеүен һораған.

Һатыусынан шулай уҡ һөйләшеү ваҡытында смс-хәбәр менән килгән кодты ла әйттергәндәр, имеш тә, аҡсаны күсереү өсөн кәрәк.
Ҡатын быға әһәмиәт бирмәй, ят кешенең әйткәндәрен үтәгән.
Билдәһеҙ ҡатын, диванды килеп алыу ваҡытын һөйләшергә ҡабаттан шылтыратырмын, тип телефонды һүндергән.
Диван хужаһы аҡсаның күсеүен тикшерергә онлайн банкка ингәс, уның исеменә кредит картаһы асылыуын, картанан илле меңдән ашыуыраҡ аҡсаның алыныуын белгән.
Был турала БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Тағы иҫкәртәбеҙ: бер кемгә лә банк картаһы мәғлүмәттәрен, смс-хәбәр аша килгән кодтарҙы әйтә күрмәгеҙ, ауыртмаған башығыҙға тимер таяҡ нимәгә?!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас