Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2021, 17:49

Юл фажиғәләре - 26 апрель

Кисә Башҡортостан юлдарында ике автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кеше яраланған.

Иртәнге сәғәт алтынсыла Әлшәй районында, Шишмә-Аксёново-Ҡырғыҙ-Миәкә автоюлының 125-се саҡрымында, Әлшәйҙән 22 йәшлек егет идара иткән "Audi 100" машинаһы менән Миәкә районынан 31 йәшлек ир идара иткән "Geely MK" машинаһы бәрелешкән.
"Audi" водителе травмалар алған, әлеге ваҡытта ул дауаханала.
Тәүлек эсендә 2380-дән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 33 иҫерек водитель тотолған.
Фото: Д.Ғилметдинов.
Читайте нас