Йорттары янған Нуруллиндарға ярҙам итәйек!
Беҙгә "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөбөҙ аша Шафиға Хөсәйенова мөрәжәғәт итте. Ул Белорет районындағы Берештамаҡ ауылында ҡупҡан оло ҡаза тураһында яҙҙы:"Һаумыһығыҙ! Беҙҙең ауылда күп балалы Нуруллиндар ғаиләһенә бәлә килде. Электр сымынан тоҡанып өйҙәре янды һәм улар һигеҙ бала менән (1,3,5,7,9,11,17,19 йәшлектәр) урамда тороп ҡалды. Изге Рамаҙан айында ошо ғаиләгә әҙерәк аҡсалата ярҙам итһәгеҙ ине. Ошо номерға аҡса күсерергә мөмкин - 89964008636 Эльфрида Нуруллина (был өлкән ҡыҙҙарының телефоны). Хоҙай һеҙгә, ғаиләгеҙгә һаулыҡ бирһен. Бәлә-ҡазанан һаҡлаһын! Ҙур рәхмәт!"Иптәштәр! Ил төкөрһә - күл булыр. Әйҙәгеҙ, изге Рамаҙан айында сауаплы ғәмәл ҡылайыҡ, фытыр саҙаҡаһын Нуруллиндарға күсерәйек!