Әлеге ваҡытта республика табиптары Архангел районының Благовещен ауылында пациенттарҙы ҡабул итә.
Максим Забелин “Сәләмәтлек поезы” хеҙмәткәрҙәре һәм халыҡ менән аралашты. Һорауҙарға яуап бирҙе һәм яңы коронавирус инфекцияһынан прививка эшләтергә өндәне.
Ауыл халҡы иһә “Сәләмтлек поезы”ның йышыраҡ килеүен һораны.
Акция башланғандан алып, Өфө маршруты буйынса бөтәһе 466 табиптарға күренгән. Ике кешегә диагнозды асыҡлау һәм күҙәтеү аҫтына алыу өсөн артабан тикшереү үтеүгә йүнәлтмә бирелгән.
Автопоездың маршруты буйынса 71 кеше яңы коронавирус инфекцияһынан вакциналауҙың тәүге этабын үткән.