Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2021, 11:01

Мәғниттә башҡорт телен уҡыта башлаясаҡтар

Силәбе өлкәһенең ҡорос ҡойоусылар ҡалаһында “Башҡорт теле – башҡорт иле” йәкшәмбе мәктәбе проектын тормошҡа ашырыу буйынса сара уҙҙы.

Сарала Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Фәнил Бүләков, өҫтәмә белем биреү педагогы Алмаз Такалов, Магнитогорск ҡалаһының мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Бирюк ҡатнашты.
Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡорт теле һәм мәҙәниәте кабинетын йыһазландырыу өсөн матди-техник саралар, күргәҙмә әсбаптар тапшырылды. Силәбе өлкәһенең Башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Азамат Әхмәтҡужин менән «Көмөш ҡауырһын» әҙәби берекмәһе етәксеһе Сәфинә Хәкимова тарафынан шиғырҙар йыйынтығы тапшырылды.
Башҡорт теле, башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы буйынса дәрестәр аҙнаһына өс сәғәт дауамында төрлө йәштәге балалар өсөн ойоштороласаҡ.
Читайте нас