Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апреля 2021, 04:50

Беҙҙең үҫмерҙәр АҠШ-ты нокдаунға ебәрҙе...

Америка Ҡушма Штаттарында 18 йәшкә тиклемге үҫмер хоккейсылар араһында донъя чемпионаты башланды.

Рәсәй йыйылма командаһы беренсе төркөм бәйгеһендә беренселек хужаларына 1:5 иҫәбенә отола килеп, һөҙөмтәлә уларҙы өҫтәмә ваҡытта 7:6 иҫәбенә еңде. Киләһе уйынын улар Финляндия үҫмерҙәре менән үткәрәсәк.
Ҡалған осрашыуҙарҙа Беларусь командаһы шведтарға 1:5 иҫәбенә бирелһә, Латвия хоккейсылары Швейцария командаһына 2:4 иҫәбенә отолдо. Чехтар немецтарҙы 3:1 иҫәбенә еңде.
Фото: ТАСС.
Читайте нас