Төҙөүселәр, геологтар, тракторсылар, машинистар, экскаваторсылар, слесарҙар, иретеп йәбештереүселәр, прорабтар, ашнаҡсылар, водителдәр, крансылар, һаҡсылар, төрлө эштә эшләүселәр һәм башҡалар – барыһы ла бар улар араһында.
Был дата ҡануни раҫланмаһа ла, рәсми булмаһа ла, вахтасыларға ихтирам күрһәтеү көнө итеп ҡабул итәйек.
Әйткәндәй, уны Рәсәйҙә 2011 йылда билдәләй башлағандар.
Беҙҙең вахтовиктар күбеһенсә Себер, алыҫ төньяҡ, Мәскәү тарафтарында эшләй.
Нимә теләйек? Иҫән-һау булһындар, йортҡа имен генә ҡайтып йөрөһөндәр, телефондан аралашып торорға форсат булһын, бирешмәһендәр!