Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2021, 05:00

«Авангард» командаһы кубокка яҡынлашты...

«Авангард» командаһы Гагарин кубогының бишенсе бәйгеһендә ЦСКА клубын 2:0 иҫәбенә еңеп, серияла алға сыҡты.

Улар икенсе осорҙа ике яуапһыҙ гол индереп, ошо һөҙөмтәне уйын аҙағынаса һаҡлап ҡалды һәм бер аяғы менән төп призға яҡынлашты.
Киләһе осрашыу Балашихала уҙасаҡ. Әгәр Омск өлкәһе уйынсылары дәғүәсеһен алдыра алһа, Гагарин кубогының тарихында уның етенсе еңеүсеһе билдәле буласаҡ. Сөнки әлегә кубокты – “Аҡ барс” – өс, СКА, “Динамо” (Мәскәү) һәм “Металлург” (Мг.) - икешәр, “Салауат Юлаев” менән ЦСКА клубтары берәр тапҡыр яуланы.
Фото: ТАСС.
Читайте нас