Белорет районында ирҙәр һыйырҙы ашатам тип, саҡ үлмәй ҡала.
Был хаҡта РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итәләр. Сермән ауылында ике ир һәм һыйыр ҡотҡарыусылар ярҙамына мохтаж булған.
Билдәһеҙ сәбәптәр буйынса мал йылғалағы утрауға барып эләгә. Малҡайҙы күреп ҡалған ирҙәр уны ашатыу өсөн утрауға кәмә менән йөҙөп бара. Ашатҡан мәлдә көслө ағым кәмәне алып китә. Һөҙөмтәлә йылға уртаһында тороп ҡалған ирҙәр ҡотҡарыусыларға шылтырата.
- Беҙ уларҙы катамаранда эвакуацияланыҡ, ә һыйырҙы мөгөҙөнән тартып мендерергә тура килде, – тип һөйләй ҡотҡарыусылар.