Ысынында иһә, Роспотребнадзор тарафынан ундай ҡарар ҡабул ителмәгән. Төбәк властары айырым көндәрҙә алкоголь һатыу буйынса сикләүҙәр индерә ала, ә бына ун көн буйына тыйыу тураһында һүҙ юҡ. Был фейк хәбәрҙе сатира журналы уйлап сығарған, баҡһаң.
Роспотребнадзор ялдарҙы нисек үткәреү тураһында кәңәштәр биргән:
“Май байрамдарында тәбиғәт ҡосағында ял итеү, баҡсала эшләү миҙгеле башлана. Коронавирус йоҡтормау өсөн байрамдарҙы ғаилә менән баҡсала йәки өйҙә үткәреү хәйерле. Ҡунаҡҡа йөрөмәү һәм ҡунаҡ саҡырмау кәңәш ителә. Ҡунаҡтар килеп төшкәндә битлектә йөрөргә кәрәк. Бынан тыш, барлыҡ йәмәғәт урынында – транспортта, магазинда битлектә булыу мөһим”, - тип иҫкәртә ведомство.