1) Шишмәгә сиратта дистанция һаҡларға, битлек кейергә.
2) Һыуҙы алыу, эксперимент рәүешендә, бушлай. Шишмәне ҡарау, дежур итеү, йыйыштырыу өсөн кем күпме теләй, шунса аҡсаны шишмә янындағы йәшниккә һала ала.
3) Ял һәм байрам көндәрендә сират ҙур була. Иң күп халыҡ йыйылған мәл иртәнге сәғәт ун берҙән алып киске сәғәт бишкә тиклем. Шуға ла һәр кемгә бишәр литр ғына һыу алырға рөхсәт ителәсәк.
4) Сиратта торорға теләмәүселәр, эш көндәрендә (дүшәмбе-йома), тәүге 20 көндә килергә тырышығыҙ, сөнки яҡынса 15 майға тиклем һыу шәп аға. Таң менән йәки кискә ҡарай ҙа халыҡ аҙ.
6) Яҡында урынлашҡан Сәлихә һәм Йыланды шишмәләренән дә һыу алырға мөмкин. Уларҙың да һыуы тәмле, татырлы түгел.
7) Әүештау һәм уның тирә-яғы электән изге ерҙәр тип иҫәпләнә. Тауға күтәрелеүселәр юл алдынан ураҙа тотоп, тауға менгәндә доғалар уҡый, теләк теләй.
Был һыу алыуға ҡарағанда мөһимерәк тип иҫәпләнә. Һыу - тән өсөн, доғалар - йән өсөн! Әүлиә һәр кемде һынай!!! Күңел таҙалығына, күңел киңлегенә, йомартлыҡҡа...
8) Видеокамералар шишмәлә һәм юл буйында эшләй.
9) Автотуҡталҡа аҫта ғына буласаҡ. Өҫкө ялан - ял урыны. Шлагбаумдар ҡуйылған. Шишмәгә машинала барыу тыйыла.
10) Ташлы урындарҙан бәҙрәфтәр алынған. Сүп-сар ташламаҫҡа, шешәләр ҡалдырмаҫҡа!
11) Һәр кем сүп-сарын үҙе менән алып ҡайтһын.
12) Янғын хәүефе мәлендә усаҡ яғыу тыйыла. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!
13) Әүлиә шишмәһе - айыҡлыҡ биләмәһе! Спиртлы эсемлектәр эсеү тыйыла!
14) Әүешкүлдә талпандарға ҡаршы эшкәртеү үткәрелмәй, үҙегеҙ менән махсус средстволар килтерегеҙ. Килеп ҡайтҡандан һуң мотлаҡ үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың өҫ-башын ҡарап-тикшерегеҙ.
15) Сәскәләрҙе өҙмәгеҙ, үләндәргә теймәгеҙ! Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!
16) Сауҙа нөктәләре түләүле, улар ингән ерҙә урынлашҡан. Бейджиктар мотлаҡ. Урындар һаны сикле. Сауҙа итеүҙе алдан Туңғатар ауыл советы менән һөйләшеп килешергә.