Өфөлә яңы өйләнешкән пар ҡунаҡтарынан гөлләмә урынына эт аҙығын алып килеүҙәрен һораған. Уларға туйҙарында 100 килограм эт аҙығын бүләк иткәндәр.
– Ҡунаҡтар туйға һәр ваҡыт сәскә тотоп килә. Улар бик матур, ләкин тиҙ һулый. Беҙ ҡунаҡтарға шул аҡсаны хайуандар өсөн аҙыҡ һатып алыуға тотонорға тәҡдим иттек. Ҡалабыҙҙа питомниктар һәм хужаһыҙ эттәр күп. Уларға ярҙам итһәк, яҡшыраҡ булыр, – ти Алина һәм Евгений Юрченоктар.
Йыйылған эт аҙығын йәштәр ҡалалағы берҙән-бер эттәр кафеһына тапшырған.