Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2021, 09:44

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Башҡортостанда тәбиғи таш күпер барлығын беләһегеҙме? Был күпер аҫтында тороп теләк теләһәң, ул мотлаҡ тормошҡа аша, имеш.

Мәләүездә, Нөгөш һыуһаҡлағысының аръяғында урынлашҡан Күперле шарлауығында ул. Тәбиғәт меңәр йыл дауамында был күперҙе үҙе һалған. Йылғаларҙың һыу ағымы бер ер өҫтөнән, бер ер аҫтынан ағып, ташты уйып, бейек күпер барлыҡҡа килтергән.
Күпергә юл Нөгөш һыу һаҡлағысынан арыраҡ, Ҡыҙҙың күҙ йәше гөрләүегенән биш километр алыҫлыҡта ята. Был шарлауыҡ тураһында ошондай легенда бар. Имеш, бер һылыу ҡыҙҙы үҙенән бик күпкә оло кешегә кейәүгә бирергә булғандар. Ә уның яратып йөрөгән егете булған.
Ҡыҙ риза булмаған, ошо ҡаяларҙы ҡосоп серҙәрен һөйләгән. Уның зарын ер-һыу ҙа уртаҡлашҡан. Шуға ошо ҡаянан шишмә урғылып сыҡҡан.

Күперле — Нөгөш йылғаһы тармағынан барлыҡҡа килгән бәләкәй йылға. Тәбиғи күперҙән ике-өс километрҙараҡ өҫтә, ер аҫты юлынан ағып, бейек ҡаялар араһынан килеп төшөп, бәләкәй шарлауыҡҡа әйләнә. Тәбиғи күперҙең оҙонлоғо — 35, бейеклеге — 20, киңлеге — 4 метр.
Читайте нас