Баймаҡ районында экоактивистар бәләгә тарыған аҡҡоштарҙы ҡыш буйы тәрбиәләп үҫтерә.
Көҙгөһөн кешеләр сатлама һыуыҡта хәлдәре бөткән һәм ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында йылы яҡҡа осоп китә алмаған аҡҡоштарҙы таба. Уларҙы Зифа һәм Ринат Ҡорбанғәлиевтарға ҡыш сығарыу өсөн тапшыралар.
Әле изге ҡоштарҙы ауыл эргәһендәге күлгә иреккә ебәргәндәр.