Төнгө сәғәт дүртенсе яртыла Нефтекама ҡалаһының Тракт урамында 18 йәшлек егет идара иткән ВАЗ-2114 менән 26 йәшлек егет идара иткән "Мазда 3" машиналары бәрелешкән.
18 йәшлек егет үлемесле яраларҙан йән биргән.
Әлегә билдәле булыуынса, ул ыңғай барған "Приора"ны уҙып, юлдың ҡаршы һыҙатына барып сыҡҡан да, "Мазда"ға бәрелгән.
"Мазда"ның водителен тикшергәндә, уның эскәнлеге асыҡланған (юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң эстем, тип аҡлана).
Был аварияла "Приора" ла зыян күргән - ҡойманы төрттөрөп инеп киткән.
Һәләк булған егеттең водитель танытмаһы юҡ.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Тәүлек эсендә 3 меңдән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 53 иҫерек водитель тотолған.