Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апреля 2021, 06:51

Ыҡ буйы башҡорттары ҡор йыйҙы

Сара "Родина" мәҙәниәт һарайы фойеһында ойошторолған биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе һәм ырыу шәжәрәләре менән танышыуҙан башланды.

Артабан тамашасыларға "Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙары тарихы" тип аталған театрлаштырылған прологы тәҡдим ителде.
- Ағымдағы йыл беҙҙең өсөн бик мөһим, хәҙер райондарҙа ошондай кимәлдәге 11 йыйын үткәрелде, тағы ла һигеҙе әҙерләнә. Бөгөн беҙҙең алда ҙур маҡсаттар тора, уларға өлгәшеү өсөн мөмкинлектәребеҙ бар. Республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарындағы башҡорт ҡоролтайҙары, милләттәштәрен эҙләп табып, “Без – башҡортлар” тигән ойошма төҙөнө, был эш дауам итәсәк. Бигерәк тә йәш быуынды шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә ылыҡтырыу, уларға милләттең рухи ҡиммәттәрен, көсөн күрһәтеү, башҡортса китаптар уҡыуға йәлеп итеү мөһим. Залда ултырған ата-әсәләргә мөрәжәғәт итәм: май айында мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүгә ғариза ҡабул итә башлайҙар, был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаһағыҙ ине, – тине йыйында тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.
Йыйында билдәле ғалимдар - филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, Туймазы районында Башҡортостан тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмәғил сығыш яһаны. Урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр Рафаэль Ситдиҡов, Марат Ғәйнетдинов, Гөлфиә Хәмәтшина, Әнәс Сафуанов, Таһир Нәсибуллин, Гөлнар Сәбирова Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙары һәм ауылдарының тарихы тураһында докладтар тәҡдим итте.
- Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙары ниндәйҙер уйлап сығарылған термин түгел. Был — ысынбарлыҡта тарихи факт. Үҙ ваҡытында, 15-16 быуаттарҙа улар Башҡортостандың көнсығыш райондарынан ошо ерҙәргә күсеп ултыра. Шуға күрә урындағы топонимияла көнсығыш башҡорт ырыуҙарының атамалары осрай, — тине үҙ сығышында билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин.

Делегаттар Ыҡ буйы ырыуҙары советы рәйесе итеп Альберт Исмаилды һайланы.Пленар өлөш аҙағында ырыуҙар штандартын тапшырыу тантанаһы үтте — эстафетаны Ҡобау ырыуы вәкилдәре ҡабул итте. Киләһе йыйын 14 май Иглин районында уҙа.

Сара Туймазы районы артистары әҙерләгән сағыу концерт менән тамамланды. Унда «Сәфәр» хореография ансамбле, Хаят Исмаил дуэты, йәш ҡурайсылар ансамбле сығыш яһаны. Концертты тантаналы нотала Рәмзин Әбсәләмов һүҙҙәренә Азат Имаев ижад иткән Туймазы районы гимны тамамлап ҡуйҙы.
Ыҡ буйы башҡорттарының кескәй вәкилдәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. "Тамыр" телеканалы Туймазы ҡалаһының 4-се һанлы мәтәбендә "Нурбостан" беренсе башҡорт анимацион сериалын күрһәтте, Ыҡ буйы зирәген билдәләне. "Ғаиләм тамыры" төбәк-ара фотосессияһына килгән өлгөлө башҡорт ғаиләләрен фотоға төшөрҙө. Ыҡ буйы зирәге исеменә Ленар Ҡәйүмов лайыҡ булды. Ә "Аөбужат" журналы үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын Туймазы районының Татар-Олҡан мәктәбендә билдәләне. Баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина журнал менән таныштырҙы, балаларға ырыу ағасы, туған тел ҡиммәттәре, ойошторолған конкурстар хаҡында һөйләне. Рәссам Артур Вәсилов балаларға оҫталыҡ дәресендә һүрәт төшөрөү серҙәрен асты. Был районда балалар Татар-Олҡан ауылы халҡының Тамьян ырыуына ҡарауын иҫәпкә алып, ошо ырыуҙың ағасы — тирәкте һәм ҡошо — ҡарғаны төшөрҙө. Мас-рестлинг, ябай итеп әйткәндә, таяҡ тартыш уйыны федерацияһы президенты Илдар Бикбаев ошо спорт төрөн мәктәп уҡыусыларына өйрәтте.
Читайте нас