Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2021, 13:56

Ишембайҙа янғында дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, кисә төнгә ҡарай Ишембай ҡалаһындағы тораҡ йорттарҙың береһендә ут сыға.

Тиҙ арала ваҡиға урынына ведомствоның хеҙмәткәрҙәре – 9 берәмек техника һәм 25 ҡотҡарыусы килеп етә. Шулай уҡ ут һүндереүҙә министрлыҡ етәксеһе Марат Латыпов та шәхсән ҡатнаша.
Ҡыҙғанысҡа ғаршы, ҡот осҡос янғын дүрт кешенең ғүмерен өҙә. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, утта 38 йәшлек ир, 49 йәшлек ҡатын һәм ике сабый (12 йәшлек малай һәм 3 йәшлек ҡыҙыҡай) һәләк булған.
Әлеге ваҡытта фажиғә ҡупҡан урында бер нисә ведомство белгесе эшләй. БР буйынса Тәфтиш комитетының һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының эксперттары ут сығыу сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас