Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2021, 18:12

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Бер күл төбөнән төнгө һиллектә ҡыңғырау тауышының шаңдауы ишетелгәнен беләһегеҙме? Ерле халыҡтың легендаһы буйынса, балаһыҙ ғаиләләр, күл буйында төн ҡунһа, ҡатын балаға уҙа, ти. ⠀

Был күл - Учалы районының Ҡарағайлы күле.
Урыҫтар уны Ворожеич тип йөрөтә. Йәнәһе, күлдән алыҫ түгел урынлашҡан Вознесенка ауылының сиркәүен емерергә теләйҙәр. Диндарҙар сиркәү ҡыңғырауын йәшереп алып ҡалыр өсөн ошо күл төбөнә ташлаған, ти. Һуңынан уны күлдән күпме генә эҙләмәһендәр, таба алмағандар.
Фантазияға бай кешеләр бөгөн күл төбөнән сиркәү ҡыңғырауы тауышын ишетә икән.
Ҡарағайлы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Йәй күлдәге аҡ томбойоҡтарҙы күреп, иҫең китер. Тирә-яғында “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән үҫемлектәр күп. Ә ҙур булмаған утрау күлгә тағы серлелек өҫтәй.
Читайте нас