Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апреля 2021, 12:17

Юл фажиғәләре - 22 апрель

Кисә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, туғыҙ кеше яраланған.

Киске сәғәт алтынсыла Әбйәлил районында, Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ автоюлының 67-се саҡрымында, Буранғол яғынан Үтәгәнгә табан китеп барған "Гранта" машинаһы юлдан осоп төшөп түңкәрелгән.
39 йәшлек водитель авария урынында һәләк булған, ә пассажир, 25 йәшлек егет, иҫенә килмәй, дауаханала йән биргән.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Тәүлек эсендә 2370-тән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 27 иҫерек водитель тотолған.
Фото: Д.Ғилметдинов.
Читайте нас