"Быйыл да Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙа. Мин был проектты баштан уҡ хуплап ҡаршы алдым.
Сөнки ул башҡорт телен башлап өйрәнгәндәрҙе, телде яҡшы белеүселәрҙе, башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәрҙе туплау, телебеҙҙе пропагандалау буйынса шәп идея, берҙәмлек байрамы.
Пандемия үтмәне, шуға диктант был юлы ла онлайн форматта ойошторола.
24 апрель сәғәт 11:00 Башҡортостан юлдаш телевидениеһын, Башҡортостан 24 телеканалын ҡарағыҙ. https://bashdiktant.ru сайтында теркәлегеҙ, халыҡсан акциянан ситтә ҡалмағыҙ!" - тип матур акцияға ҡушылырға өндәй Башлыҡ.