Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2021, 17:45

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Наска сүллеге менән Ҡырҡты араһында бәйләнеш барлығын беләһегеҙме?

Әбйәлилдә Ҡырҡты һәм Яманҡая араһындағы тәрән тарлауыҡта табылған петроглиф — таш өҫтөндәге ҡош һүрәте ғалимдарға тынғы бирмәй. Сөнки ул Наска сүллегендәге серле геоглифтарҙың береһе — Кондор һүрәтенең бәләкәй күсермәһе!
Ҡош һүрәте ҡасандыр мәмерйә диуарына төшөрөлгән булған һәм тора-бара был таш стена ауып, горизонталь килеш ятҡан кеүек тойола.
Петроглиф сама менән б.э.т. I мең йыллыҡҡа ҡарай. Ә Перу кондоры менән башҡорт ҡошоноң игеҙлегенә аптырайһы түгел. Көньяҡ Уралдағы боронғо цивилизацияның үҙәге тап ошонда — әлеге Ташбулат ауылы биләмәһендә урынлашҡан булған. Перу иһә Көньяҡ Американың археология музейы, боронғо индейҙар цивилизацияһы иле. Тимәк, башҡорт-индей араһында ниндәйҙер бәйләнеш булыуы ла мөмкин.
Читайте нас