Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2021, 08:20

Бөгөн – инглиз теле көнө

Инглиз теле донъяла таралыу буйынса өсөнсө урында тора. Беренсе һәм икенсе урындарҙа ҡайһы телдәр икәнен беләһегеҙҙер.

Был тел 350 миллиондан ашыу кешегә – туған тел, 1,4 миллиард кеше өсөн - аралашыу теле, БМО-ның рәсми телдәренең береһе, тағы ла 54 илдә – рәсми.
Әйткәндәй, ҡытай теле – иң таралғаны. Икенсе урында – испан теле.
Инглизсә һөйләшкән кешене “англофон” тиҙәр икән. Был телдең 24 диалекты бар.
Нимәһе ҡыҙыҡ: башҡорт теле менән уртаҡ һүҙҙәре лә, кем әйтмешләй, буйтым ғына.
Сағыштырыу өсөн яҙайыҡ әле:
Небо – heaven – hауа
Земля – earth – ер
Рот – os – ауыҙ
Зуб – teeth – теш
Творог – curd, cottage – ҡатыҡ, ҡорот
Слой – coat; cut – ҡат
Черенок, ветка – haft – һап
Еда – eat – ит.
Ванна, бадья – tub – табаҡ һ.б.
Был оҡшаш һүҙҙәрҙең бәләкәй генә бер өлөшө. Инглиздәр ҡайһы бер һүҙҙәрҙе беҙҙән үҙләштергәнме икән әллә?
Кем инглизсә белә, уларға башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе сырамытыу ауыр түгелдер.
Тағы шуныһы: беҙҙең “ү”, ”ң”, ”ҫ”, ”ҙ”, ”һ”, “ә”, ”ө” өндәре инглиз телендә лә бар.
Фото: vk.com
Читайте нас