Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2021, 13:30

Ҡазан маньягы буйынса тикшереү дауам итә

2000 йылдарҙа уҡ бер нисә ҡыҙҙы үлтереп көсләүҙә ғәйепләнгән 48 йәшлек Игорь Птицин һаҡ аҫтында. Уны ДНК буйынса 2021 йылдың февралендә генә асыҡлап, тота алдылар. Ҡайһы бер ҡыҙҙар маньяк һөжүм иткәндән һуң мөғжизә менән тере ҡалған. Әле был эш буйынса материалдар йыйыу бара.

2011 йылдың 19 авгусында Ҡазан маньягы Даша Максимоваға һөжүм итә. Билдәле булыуынса, 17 йәшлек ҡыҙ Тәрән күле янында ял итеп, сәғәт дүрттәрҙә ҡайтырға сыға.
"Юлда саҡта телефон аша килен менән һөйләшеп килгән, шаярған, көлгән, — тип һөйләй әсәһе Марина. — Һәм кинәт шымып ҡала. Телефон трубкаһында тик пакеттың ғына шытырлағаны ишетелә. Аҙаҡ аңланыҡ - үлтереүсе уны урманға һөйрәтеп китеп барған".
Күл янында ҡыҙҙы компания көткән була. Даша осрашырға килешкән ергә бер нисә метр ғына барып етмәй. Дашаның телефоны һүнгәс, дуҫтары уны эҙләргә тотона һәм һуҡмаҡ янында ҡан таптарын күрә. Аҙаҡ ҡояш ҡағар күҙлектең бер быялаһына юлығалар. Урман эсенә ингәс, Дашаны тапҡандар. Ярым яланғас, баштүбән ятҡан ҡыҙҙың башында ҙур яра эҙе булған. Маньяк ҡыҙҙы көсләп өлгөрмәй.
Дашаның тыуған көнөндә уның ҡырҡын үткәрәләр.
Әсәһе Маринаның һөйләүе буйынса, Дашаның үлеменән һуң теүәл бер йыл үткәс, бер сәғәт айырмаһы менән: "Әсәй, минең менән бөтә яҡшы, мин һине яратам һәм ныҡ һағынам! Һинең Даренаң" тип яҙылған ике смс-хәбәр килә. Марина менән ире Дашаны өйҙә шулай атап йөрөткән. Марина был турала шунда уҡ тәфтишселәргә хәбәр итә, әммә ебәреүсенең номерын асыҡлай алмайҙар.
Нимә булған был — кемдеңдер уҫал шаярыуымы, әллә аяныслы тап килеүме, әлегәсә билдәһеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас