– Берәй ЧП булмайынса ҡыбырламаҫһығыҙ инде ул, тип әсенеп әйткәйнем, бына – фажиғә, – тип ярһыуын йәшермәй Лениза Фәнил ҡыҙы. – Илнарға 27 апрелдә биш йәш тулыр ине... Атаһы – минең синыфташым. Дүрт өй аша ғына йәшәй улар. Дүрт йыл элек «Әсәлек капиталы»на йорт алып, беҙҙең урамға күстеләр. Илнар урамға сығып йөрөгән дә бала түгел, былтырҙары ғына урамда уйнай башланы. Башлағайны... 24–25 март тирәләрендә ирем эштән ҡайтҡанда эттәр уға ике тапҡыр һөжүм иткән. Ҡулындағы сумка менән һуҡҡыслап, ҡапҡа эсенә инеп өлгөргән. Улар балаға түгел, өлкәндәргә ташлана, берәй нимә эшләгеҙ шул эттәр менән, тип хакимиәт башлығына әйтһәм, мин нимә эшләйем, тип кенә яуапланы. Ысынлап, бына ул нимә эшләһен инде?! Законды аша атлап, ҡулына мылтыҡ алып, эттәрҙе атырға сыҡһынмы? Хәҙер хакимиәт башлығын ғына ғәйепле итергә уйлайҙар. Был дөрөҫ түгел. Хакимиәт башлығының ғәйебе лә юҡ, хайуандарҙы яҡлаған законды ҡабул иткән депутаттар менән зоояҡлаусыларҙың ғәйебе ҙур бында. Элек, закон булмағанда, килә лә берәҙәк эттәрҙе атып китә торғайнылар, шуға бындай хәлгә юл да ҡуйылманы.
Бала ярҙам һорап ҡысҡырманы. Ишетелер ине. Эксперттарҙың әйтеүенсә, эттәр шунда уҡ уның йоҡо артерияһын өҙгән, балаҡай бер ни эшләп тә өлгөрмәгән. Ул көндө, сәғәт ундарҙа, ҡыҙым эшкә сығып китте. Юлда бер ни ҙә юҡ ине, мин шул тирәнән үттем, тине һуңынан. Ә сәғәт ун берҙәрҙә ҡото алынған күрше үҫмер өйөбөҙгә йүгереп килеп инде. Лениза апай, сыҡ әле, унда эттәр баланы ашай, ти. Ҡуй, юҡты һөйләмә, тинем. Ышанманым. Хәҙерге заманда эттәр кешене ашай торғаны бармы, тип үҫмергә аптырап ҡараһам, ул, ысын, тип илай: “Бәләкәс баланы ашайҙар!” Ҡобарам осоп, урамға атылдым. Юлда велосипед ята ине. Юл өҫтөндә бер әҙәм күренмәй. Арттан эйәргән үҫмергә, ҡайҙа ул, юҡ бит, тип ҡысҡырҙым. Шунан күҙемә балалар фуражкаһы салынды... Ә фуражка янында – ҡан таптары. Тағы алыҫтараҡ – кроссовка. Йәнә ҡан... Ситтәрәк эттәр өйөлөшөп тора ине. Бала өҫтөндә тораларҙыр, тип башыма ла индермәнем. Шулай ҙа яндарына барып, бар көсөмә аҡырып, аяҡ менән һелтәнеп, тибеп, эттәрҙе ҡыуып ебәргәйнем, ерҙә бәләкәй генә кәүҙә ята. Таланған, танырлыҡ та түгел. Пульсын һәрмәп ҡараным. Йөрәге типмәй ине. Эттәрҙе ҡыуам, улар кире килә. Үҫмергә, полицияға шылтырат, тип ҡысҡырғайным, ул, миндә телефон юҡ, ти. Ошонда тороп тор, эттәрҙе яҡын ебәрмә, тинем дә өйгә йүгерҙем. Япма, телефон алып, кире йүгергәндә, эттәрҙе видеоға төшөрөргә кәрәк, һуңынан кәрәк булыуы ихтимал, тип йүгергән ыңғайы видео төшөрҙөм. Бәләкәсте япма менән япҡас, бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор Элина Баҡыеваға шылтыраттым, хәлде һөйләп бирҙем. Ул, шунда тороп тор, кемдең балаһы икән, тине. Бәлки, шуларҙыҡылыр, тип беҙҙең аймаҡта йәшәгән Ш.-ң фамилияһын атаным. Сөнки уларҙың таланған бала йәшендәрәк улдары барлығын белә инем. Хакимиәт башлығына ла шылтыраттым. Бер аҙҙан хакимиәт башлығы, Элина бер ҡатын менән килде. Ул ҡатын, был бала бәләкәйерәк, Ш.-ҡы ҙурыраҡ, кәүҙәлерәк, тигәс, аймаҡтағы башҡа балаларҙы барлап ҡараныҡ: кемеһенеңдер балаһы бөтөнләй ҙур, кемеһенеке, киреһенсә, ныҡ бәләкәй... Шулай ҙа теге ҡатын Ш.-ға барып, шәберәк сыҡ, балаңды эттәр талаған, тип ҡысҡырған икән, беҙҙекеләр өйҙә юҡ, ҡайнымда, тип яуаплағандар. Ә күрше йортта йәшәгән малайҙың әсәһе (ул кер йыуып йөрөгән булған), хәбәрҙе ишетеп, шунда уҡ йүгереп килде, балаһын таныны...
Мине ҡайһы берәүҙәр социаль селтәрҙә, уның йөрәге – таштан, эттәрҙе ҡыуып ебәрмәй, видео төшөрөп йөрөгән, тип ғәйепләп яҙа. Иң тәүҙә эттәрҙе ҡыуып йөрөгәнде күргәнме ни улар?! Тәфтишселәр, ярай ҙа видео төшөргәнһегеҙ, юғиһә, кемдәр ошонда йәшәй, яҡын-тирәлә йөрөгән, барыһын да бүлеккә саҡырырға, тикшерергә тура килер ине, ти. Видеола ниндәй эттәр йөрөгәне ап-асыҡ күренә. Өсөһөнөң хужалары бар, дүртеһе – берәҙәк эттәр. Берәҙәк эттәрҙе кемдәрҙер туҡталыш янында март айҙарында ташлап китте. Уларҙың бишәүһен тоттолар, икәүһен тота алманылар, ас эттәр һаман ауыл тирәһендә йөрөй. Был фажиғәгә бәйле, ниндәй генә юҡ-бар хәбәр таралмай. Имеш тә, ниндәйҙер түрә баланы машинала бәрҙереп үткән дә, аҙаҡ ҡына бала янына, ҡан еҫенә, эттәр йыйылған. Йәки, ата-әсәһе баланы туҡмап сығарып ырғытҡан да хәҙер эттәргә һылтайҙар һ.б. Баланың тәнендә – эттәрҙең теш эҙҙәре. Фажиғәле үлгән балаҡай, уның ата-әсәһе, яҡындары йәл. Баланың үлеме – эт хужалары, чиновниктар намыҫында.
Биш йәшлек ҡыҙым миңә кисен, һиңә бер нәмә әйтәм, ти: “Мин тәҙрә аша ҡарап ултырғанда бер малай велосипедта үтеп китте, артынан эттәр йүгерҙе. Аҙаҡ эттәр малайға һикерҙе. Велосипед ятып ҡалды, ә уны ары һөйрәттеләр”. Ҡыҙым, ниңә шунда уҡ был турала миңә әйтмәнең, тип әрненем. Ул: “Ә мин шуны һеңлемә күрһәткәйнем, ул ҡурҡып илай башланы, шуға ла мин уны әүрәтеп, икенсе бүлмәгә алып киттем”, – ти. Бына ниндәй үкенес...
Баланың үлеме бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Йәмғиәт ҡайнай ғына. Берәүҙәр, хужаһыҙ эттәрҙе үлтерергә, тип петицияларға ҡултамғалар йыя, икенселәр дүрт аяҡлы дуҫтарҙы яҡлауҙы дауам итә. Кемдәрҙер, баланы яңғыҙ урамға сығарып ебәргәндәр, ул ниндәй яуапһыҙ ата-әсә, тип, былай ҙа ут-ҡайғы эсендә ҡалған матур ғаиләгә ғәйеп ташлап, яраларына тоҙ өҫтәй. Тәфтишселәр Сәфәр ауыл хакимиәте башлығы Раян Әхтәмовты иғтибарһыҙлыҡта ғәйепләп, судта уны ҡулға алыуҙы юллай. Тәфтиш версияһы буйынса, тап уның ғәмһеҙлеге арҡаһында бәләкәй бала берәҙәк эттәрҙән таланып үлгән. Халыҡтың күпселеге, хакимиәт башлығын аҡлап, бының менән риза түгел.
– Эттәр проблемаһы бөтә ерҙә лә бар, беҙҙең ауыл биләмәһен дә ул урап үтмәне, – тип яҙҙы бер ҡатын. – Учалылағы фажиғәлә тиҙ генә, русса әйткәндә, “крайний” табылған – бахыр башлыҡ. “Бахыр”, тим, сөнки хәҙер уның өҫтөнә бар яуаплылыҡ тауҙай ауҙарыла, ә ҡулға алырҙай уҡ ғәйебе бармы һуң уның – шул турала уйлаусы ла юҡ. Элегерәк хужаһыҙ йөрөгән эттәргә кәнфит формаһында ағыу бирергә мөмкин ине. Дарыу хатта ауыл биләмәһе башлығы ҡарамағында ла булды, аптырағас, берәҙәк эттәрҙән шулай ҙа ҡотолоп ҡараныҡ. Сөнки эттәр туҡтауһыҙ үрсей, малға, ҡош-ҡортҡа, хатта балаларға ташланалар. Үрсейҙәр, сөнки яуаплылыҡ тойғоһо менән интекмәгән кешеләр эттәре көсөкләһә, еңел генә ҡотола – көсөктәрен ферма тирәһенә илтеп ташлайҙар, ә кемдер ул бисараларҙы йәлләп, ашата-эсерә, китә шунан өйөр артып... Хәҙер "гуманизм" тип, ауыл биләмәһе башлыҡтарына дарыу (ағыу) бирмәйҙәр, атырға рөхсәт юҡ, башлыҡ бөтөнләй хоҡуҡһыҙ, бер сараһыҙ кеше ул бар яҡтан да. Зоояҡлаусылар шәбәйҙе, хатта депутаттар араһында ла лоббистары бар, эттәрҙең хоҡуҡтарын яҡлап бөтә донъяға яр һалып ҡысҡыралар, тик проблеманы хәл итеү өсөн бер юл да тәҡдим итмәйҙәр.
Берәҙәк эттәр проблемаһы бер Учалыла ғынамы ни. Бөтөн илдә ул бар! Хайуандарға яуаплы ҡараш тураһындағы законды ҡабул иткәндән һуң хәлдәр үтә ҡырҡыулашты. Финанс яҡтан бер нисек тә нығытылмаған яңы законға ярашлы, хужаһыҙ эттәрҙе үлтерергә ярамай. Подрядсылар эттәрҙе тотоп, вакциналарға, чип ҡуйырға, стерилләргә һәм урамға кире ебәрергә тейеш (берәй изге бәндә ул этте үҙенә алмаһа инде). Һәм ас эттәр урамдарҙы баҫып ала бара. Астың иһә асыуы яман. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы былтыр республикала 6040 кешенең эттән тешләнеүе тураһында хәбәр иткәйне, быйыл өс айҙа 1206 кеше зыян күргән. Хужаһыҙ эттәр өсөн приюттар төҙөү мәсьәләне хәл итергә ярҙам итер ине лә бит, ләкин бюджеттан бүленгән аҡса эттәрҙе аулау, стерилләүгә лә етмәй. Әлеге лә баяғы аҡсаһыҙлыҡ бәкәлгә һуға.
Бына шундай күңелһеҙ хәлдәр... Эттәрен бәйҙә тотмаған йәки урамға сығарып быраҡтырған хужаларҙың яуапһыҙлығы, еренә еткереп эшләнмәгән закондың йомшаҡ яҡтары арҡаһында яҡлауһыҙ кешеләр һәм эттәр зыян күрә.
Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин Сәфәр ауылындағы фажиғә буйынса эште шәхси контроленә алған. Тикшереү эше дауам итә. Илнар Миһрановтың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ... Йәне йәннәттә булһын сабыйҙың!