Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2021, 14:50

Чайковскийҙың көйө аҫтында миҙал аласаҡтар

Токио менән Пекинда уҙасаҡ Олимпия уйындарында Рәсәй призерҙарын Петр Чайковскийҙың беренсе концерты көйө аҫтында бүләкләйәсәктәр.

Яңыраҡ Халыҡ-ара Олипия комитеты ошо ҡарарға килде. Сөнки беҙҙең спортсылар допинг ғауғауы арҡаһында 2022 йылдың аҙағына тиклем флаг менән гимнһыҙ ҡалғайны. Йәғни, улар бар халыҡ-ара ярыштарҙа ла нейтраль флаг аҫтында үҙен һынаясаҡ.
Токиола уҙасаҡ Йәйге уйындар 24 августан 5 сентябргә тиклем дауам итһә, Пекиндағы Ҡышҡы уйындар 2022 йылдың 4 мартынан 13-өнә хәтлем буласаҡ.
Фото: ТАСС.
Читайте нас