Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2021, 04:35

"...Бына мин торам, көтөүсе Мәннән"

ХХ быуаттың 90-сы йылдары. Мәҙәни тормошобоҙға ла шаулап-гөрләп бихисап ижадсылар килеп ингән ваҡыт. Беҙ хәҙер уларҙың күбеһен, легендалар, тип атайбыҙ. Шундайҙарҙың береһе - Дим Ҡоләхмәтов (Дим Мәннән). Йәл, ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Бынан 16 йыл элек ҡапыл ғына йөрәге туҡтағайны уның.

"Дәрүишхан" төркөмө башҡорт мәҙәниәте тарихында сағыу бер күренеш булды. Үҙенсәлекле коллектив, уйға һалырлыҡ йырҙар, йәштәргә генә хас ҡабатланмаҫ дәрт, үткер тел, ҡыйыулыҡ - былар барыһы ла бар ине был төркөмдә. Иң тәүге "Урал моңо" фестивалендә гран-при яулаған "Дәрүишхан" күптәрҙең кумирына әйләнде. Уның солисы Дим Ҡоләхмәтов та, башҡа ижадсылары ла меңәрләгән егет-ҡыҙҙы һоҡландырҙы. Концерттары, сығыштары алҡыштарға күмелде.
Ижад итергә бигүк уңайлы шарттар булдырылмаһа ла, халыҡ күңелен яуланы улар. Башҡорт рок-музыкаһы бөгөн бар икән, уның нигеҙендә дәрүиштәр торалыр.
Ҡатмарлы яҙмышлы Димдең ғүмере ҡыҫҡа булды. Балҡыны ла һүнде, тиҙәр ундайҙар тураһында. Аллаһ Тәғәләгә яҡынайып "китте" ул. Мәңгелектәге урыны йәннәттә булһын.
Фото: vk.com
Читайте нас