Һуңғы тәүлектә республикала 97 кешелә коронавирус диагнозы лаборатор рәүештә раҫланған. Пандемия башланғандан алып иһә ауырыусылар һаны 34592 кешегә еткән. Бөтәһе 31695 кеше был сирҙән һауығып, аяҡҡа баҫҡан, шуларҙың 204-е – һуңғы тәүлектә. Шул уҡ ваҡытта был вирустың йәнә өс кешенең ғүмерен өҙөүе билдәле булды.