Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мәрәжәғәтнамәһендә мәктәп йәшендәге балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә август айында ун мең түләнәсәге хаҡында әйткәйне. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков «Рәсәй24» телеканалы эфирында был түләүҙе нисек алыу тураһында һөйләне.
Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе юллау өсөн ни бары бер ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ. Һәм уны күп функциялы үҙәккә, Пенсия фондының бүлексәһенә, йә социаль яҡлау органдарына тапшыраһығыҙ.
Министр һүҙҙәренсә, пособиены йәмғеһе 17 миллион тирәһе кеше аласаҡ, тотҡарлыҡтар булыуы мөмкин түгел, Президент ҡуйған барлыҡ бурыстар ҙа ваҡытында үтәләсәк.