Беҙ бала саҡта өләсәй-олатайҙар: «Ике яҡ яурыныңда ике фәрештә ултыра. Һул яғындағыһы – насар эшеңде, уң яҡтағыһы яҡшыны яҙып бара», – ти торғайны. Һис ышанғы килмәй был хәбәргә. Әммә клиник үлем кисергәндәрҙең күбеһе үткән тормошон кино һымаҡ итеп ҡарағанын раҫлай. Тимәк, кемдер кешенең бар ғүмерен теркәп бара, тигән һүҙ.
– Дауаханала үлеп киттем. Тәнем өҫтөндә осоп йөрөнөм-йөрөнөм дә, көтмәгәндә ҡараңғы туннель эсенә барып индем. Бик шәп тиҙлектә ҡайҙалыр осам. Яҡтыға барып сыҡтым. Ҡараһам, күптән вафат өләсәйем, олатайым, Миңлейәр бабай, тағы әллә кемдәр мине ҡаршы алып тора. Йылмаялар. Үҙҙәре: «Тәҡдирең етмәгән әле. Ҡайт», – ти. Нур бөркөп торған берәү: «Һин кешеләрҙе яратырға өйрән. Улар бөтәһе лә Алла балаһы бит. Юҡһа, Тамуҡҡа эләгеүең бар. Үҙеңде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн тағы ваҡыт бирәбеҙ. Әйҙә, оҙатып ҡуям, ергә кире ҡайт», – ти. Йәнә осоп киттек. Дауахаға килеп, тәнем индем дә, күҙемде астым. Табиптар мине үлгән тип, моргҡа оҙатырға әҙерләнеп тора ине.