Балалы ғаиләләргә ярҙам эҙмә-эҙлекле алып барыла. Президент Хөкүмәткә 1 июлгә ярҙам саралары тураһында ҡарар ҡабул итергә ҡушты.
Тулы булмаған ғаиләләргә ярҙам тураһында күп кенә һөйләне. Түләүҙәр ҙә индерелә. Путин белдереүенсә, 1 июлдән 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға ай һайын 5650 һум (ил буйынса уртаса) түләнәсәк.
Бынан тыш, йөклөлөк буйынса иҫәпкә иртә торған әҙ килемле ҡатындарға ай һайын 6350 һум (уртаса) түләү күҙаллана.
Мәктәп йәшендәге һәр балаға бер тапҡыр 10 мең һум түләү ҙә планлаштырыла. Был исемлеккә буласаҡ 1-се класс уҡыусылары ла инә.