ФАП-та пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн ҡулайлы бар шарттар булдырылған.
Былтыр республикала 121 фельдшер-акушер пункты һәм өс ауыл табип амбулаторияһы сафҡа индерелгән. Уларҙың туғыҙы бюджет экономияһы иҫәбенә өҫтәлмә рәүештә төҙөлгән.
9 апрелгә ҡарата 72 ФАП һәм 3 СВА лицензия алған. Быйыл иһә тағы 66 ФАП-ты сафҡа индереү күҙаллана.