Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2021, 06:26

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Урындағылар әйтеүенсә, Әбделкәрим ҡоҙоғоның һыуын эскәндән һуң игеҙ бала табалар. Был бәләкәй генә ауылдың һәр йорто һайын тиерлек игеҙәктәр!

Йылайыр районының Бикйән ауылында урынлашҡан тылсымлы Әбделкәрим ҡоҙоғо. Шуға ла уны урындағылар "Игеҙәктәр ҡоҙоғо" тип тә йөрөтә.

Ә ҡоҙоҡтоң һалҡын һыуы шул тиклем йомшаҡ, тәмле һәм шифалы. Әгәр ҙә игеҙ бала артынан килергә теләйһегеҙ икән, тәмләр алдынан ихлас күңелдән Әбделкәрим ҡоҙоғона оҙон ғүмер, һыуының ҡоромауын теләп, тәңкә төшөрөргә онотмағыҙ.
Читайте нас