Беҙ белгән сумаҙандар XIX быуат урталарында барлыҡҡа килгән. Француз оҫтаһы Луи Витон, бығаса булған һандыҡ шикелле әйбер һалғыстарға ҡарағанда, йөрөтөүгә уңайлы, һыу үткәрмәй торған материалдан, эсендә махсус бүлкәтле, оҙонса дүрткел сумаҙан яһаған. Оҙон юлда йөрөгәндә береһенең өҫтөнә икенсеһен һалыуы ла уңайлы булған.
Һуңынан төрлөсә үҙгәрткәндәр, мөйөштәре тиҙ туҙмаһын өсөн тимер ҡуйғандар.
1940 – 60-сы йылдарҙа фибра (ныҡ баҫтырылған картон) сумаҙан таралап киткән.
80 – 90-сы йылдарҙа наклейка йәбештереү модаға ингән.
Хәҙер ҙә, бәлки, кемдеңдер өйөндә, ҡайһылыр мөйөштә “тарихи” сумаҙаны яталыр әле. Беҙ бит “тоғро юлдаш”тарҙан тиҙ генә ҡотола торғандарҙан түгел????