Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2021, 11:00

Йомортҡа бешерә беләһеңме?

Белгестәр өйрәтә. Баҡһаң, йомортҡаны ла дөрөҫ итеп бешерергә кәрәк икән. Шулай иткәндә, файҙаһы ла күберәк була.

Иң дөрөҫө – бөтәүләй тоҙһоҙ һыуҙа бешереү. Был ваҡытта барлыҡ файҙаһы йомортҡаның эсендә ҡала.
Тағы ла омлет итеп бешереү яҡшы. Эксперттар әйтеүенсә, был ризыҡты шыйығыраҡ һөттә әҙерләһәң, һәйбәтерәк.
Йомортҡаны ҡурып (билдәле инде, майҙа) ашау бигүк хупланмай. Был ысул ундағы май күләмен ике тапҡырға арттыра икән.
Тағы шуға иғтибар итегеҙ: табип-диетолог Михаил Гинзбург белдереүенсә, күкәйҙе ҡыҙыл ит менән ашау йыуан эсәк һәм ашҡаҙан аҫты биҙендә яман шештең барлыҡҡа килеүен тиҙәйтеүе, шулай уҡ атеросклерозды көсәйтеүе ихтимал.
Фото: vk.com
Читайте нас