Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2021, 12:05

Тиҙҙән... Рәсәй туристары – дөйәләрҙә

Беҙҙең илдең Сит ил эштәре министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тиҙҙән Мысырға чартер рейстары асылыуы ихтимал.

Һүҙ Хургада һәм Шарм әш-Шәйех курорттары тураһында. Әйтеүҙәренсә, Май байрамдарынан һуң оса башлауыбыҙ бар.
Тәүҙә самолеттар Мәскәүҙең Внуково һәм Шереметьево аэропорттарынан осасаҡ.
Ҡасандыр Мысыр (Египет) Рәсәй туристарының иң яратҡан ял урындарының береһе ине. Аралар 2015 йылдың ноябрендә, Шармдан Питерға оса торған самолет (“Когалымавиа” компанияһы) теракт һөҙөмтәһендә шартлағандан һуң, өҙөлгәйне. Ул саҡта һәләкәттә 224 кешенең ғүмере өҙөлдө.
Былай Мәскәү менән Ҡаһирә араһында самолеттар оса ул. Туристар ҙа бик көтә ине. Әле етмәһә, Төркиәгә ҡапҡа ябылып торҙо.
Май байрамдарынан һуң, ысынлап та, чартерҙар оса башлаһа, үәт, халыҡ Ҡыҙыл диңгеҙгә ағыласаҡ.
Фото: vk.com
Читайте нас