Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2021, 08:43

Сәфәр ауылындағы фажиғә буйынса

Учалы районының Сәфәр ауыл хакимиәте башлығы Раян Әхтәмов кешенең үлеменә килтергән иғтибарһыҙлыҡта ғәйепләнә. Тәфтишселәр судта Раян Әхтәмовты ҡулға алыуҙы юллай.

Тәфтиш версияһы буйынса, тап уның ғәмһеҙлеге арҡаһында бәләкәй бала берәҙәк эттәрҙән таланып үлгән.
Республика буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, хакимиәт башлығы халыҡтың берәҙәк эттәргә зарланыуын иғтибарһыҙ ҡалдырған.
“Мөрәжәғәт итеүҙәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырып, ул законға ярашлы хайуандарҙы тотор өсөн махсуслаштырылған ойошмаларға ла (Учалы районының улар менән килешеүе бар), район хакимиәтенә лә ғариза яҙмаған”, - тип асыҡлайҙар ведомствола.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин был эште шәхси контроленә алған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас