Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2021, 07:40

Өфөлә илебеҙҙең буласаҡ «йондоҙ»ҙары йыйылды

Өфөлә 12 йәшлек үҫмер хоккейсылар араһында «ŠKODA КУБОГЫ»на халыҡ-ара турнир башланды.

Унда «Салауат Юлаев», «Северсталь», «Себер», «Авангард», ЦСКА, «Динамо» (Мәскәү), «Авто-Спартаковец» һәм «Динамо» (Санкт-Петербург) клубтары ҡатнаша. Коронавирус пандемияһы арҡаһында сит ил командалары килеүҙән баш тартты.
Беренсе ярыш көндө Мәскәүҙең «Динамо»һы «Себер» малайҙарын 19:2 иҫәбенә алдырһв, «Авто-Спартаковец» уйынсылары иһә, «Динамо» (Санкт-Петербург) клубын 5:1 иҫәбенә отто. «Авангард» хоккейсылары «Северсталь»дән 9:1 иҫәбенә өҫтөнлөк итһә, беҙҙең йәш юлаевсылар ЦСКА-ға 0:19 иҫәбенә отолдо.
Фото: ТАСС.
Читайте нас