«Тойота» автомобилендә шәп тиҙлек менән барған 59 йәшлек ир уның менән идара итә алмай, йорт эсенә барып ингән.
Был юл фажиғәһе Бурятияның Сужа биҫтәһендә була. Был ваҡытта өйҙә хужабикә һәм уның өс айлыҡ сабыйы йоҡлап ятҡан. Улар өҫтөнә бүрәнә төшә.
Бәхеткә күрә, водитель һәм уның 12 йәшлек пассажиры, йортта йәшәүселәр ҙә иҫән ҡалған.