Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2021, 12:20

Янғындар "миҙгеле" башланды

Өфө янында нимә яна?

Өфө эргәһендәге Нагаево ҡасабаһы янында 2 гектар майҙанда янғын сыҡҡан. Бында ҡыу үлән яна. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, «ҡыҙыл әтәс» ҡоторған урынға техника үтеп инә алмай. Утты һүндереү өсөн 32 кешенән торған аэромобиль төркөм ебәрелгән. Улар янғын сыҡҡан урынға квадроциклдар менән барған.
Фото:Башинформ.
Читайте нас