Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель 2021, 04:30

“Тура бәйләнеш”кә саҡырабыҙ

«Йәшлек» гәзите редакцияһы 21 йәки 22 апрелдә республикабыҙҙың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская менән «тура бәйләнеш» үткәрә.

Дәүләт хеҙмәттәре аша ер участкаһы өсөн нисек документ юлларға? Ишле ғаиләләргә һәм инвалид балаларға нисек ер алырға? Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙә йорт төҙөргә яраймы?
Ошо һорауҙарға яуап эҙләйһегеҙ һәм башҡа үҙегеҙгә ҡағылышлы һорауҙар борсой икән, редакцияға алдан йәки «тура бәйләнеш» ваҡытында 273-46-38 телефоны буйынса шылтыратығыҙ йәки гәзитебеҙҙең ye02@yandex.ru электрон адресына, «Вконтакте» социаль селтәрендәге «Йәшлек» гәзите» төркөмөнә яҙығыҙ.
«Тура бәйләнеш»тең аныҡ ваҡытын социаль селтәрҙә һәм сайтта хәбәр итербеҙ.
Читайте нас