Ләкин енәйәт ҡылыусылар алыҫ ҡасып өлгөрмәй, уларҙы полиция хеҙмәткәрҙәре тота.
Салауат ҡалаһы ир-егеттәренең башҡа ошоға оҡшаш енәйәттәргә ҡағылышын тикшереү башланған.
Машина эсендә бер ваҡытта ла аҡса, ҡиммәтле әйберҙәр ҡалдырмағыҙ!
Автоны пульт аша бикләй алмаһағыҙ йәки асҡыс эстә ҡалғанда кинәт ишектәре бикләнһә - яҡында ғына автосигнализация кодын сканерлаған әҙәмдәрҙең булыуы ихтимал. Бындай ваҡытта машинаны ҡарауһыҙ ҡалдыра күрмәгеҙ, запас асҡыстарҙы яҡындарығыҙ килтерһен.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат сайтынан.