Телефон аша «инвесторҙар» менән һөйләшкәндә, уға тәүҙә 15 мең һум аҡса һалырға тәҡдим иткәндәр. Артабан сумманы 150 мең һумға арттырырға ҡушҡандар. Шунан һуң 1 миллион һум тураһында һүҙ ҡалҡҡан. Күберәк һәм тиҙерәк аҡса эшләргә ашҡынған ҡатын банктан кредит алып, бер миллион һум аҡсаны муттарҙың иҫәбенә күсергән.
68 йәшлек ир иһә машина йыуа торған агрегатты һатыуы тураһында бушлай иғландар сайтына иғлан биреп аҡсаһынан яҙған: уға билдәһеҙ ир шылтыратып, ҡорамалды һатып алам, банк картаһының реквизиттарын әйтһәгеҙ, хәҙер үк аҡсаны күсерәм, тигәс, һатыусы телефонға килгән кодтарҙы ла мут бәндәгә әйтеп биргән.
Ирҙең картаһында 37 мең һум аҡсаһы ятҡан булған, хәҙер унда бер тине лә ҡалмаған - муттар ҡырып-һепереп алған.
Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла: муттарҙан һаҡ булығыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.