Барлығы 350-нән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән, улар араһында Башҡортостандан тыш Ханты-Манси автономиялы округы-Югра, Пермь крайы, Силәбе, Ҡурған, Свердловск һәм Ырымбур өлкәләре, шулай уҡ Канада һәм Германия вәкилдәре бар. «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге 213 ҡатнашыусынан Ханты-Манси автономиялы округынан Альбина Аҡбулатова еңеүсе тип танылды. Уның фотолары 536 лайк йыйған.
«Сығышым менән мин Баймаҡ районының Ҡаратал ауылынан, әлеге ваҡытта Сорғотта йәшәйем. Шәфҡәт туташы булып эшләйем, өс бала әсәһемен. 2 йыл элек стилләштерелгән түшелдерек эшләү менән мауыға башланым. Аҡрынлап традицион биҙәүестәр эшләү теләге уянды. Мин уларҙы һатмайым, заказдар алмайым — был минең хобби. Әле күлдәктәр һәм камзулдар тегергә өйрәнергә уйлайым. Пландар һәм теләктәр күп!»- тип уртаҡлашты Альбина Иршат ҡыҙы.
«Инстаграм» социаль селтәрендә лә ҡатнашыусылар күп булды. 149 ғариза араһынан иң күп лайктарҙы Өфө районының Алексеевка ауылында йәшәүсе Илвина Фәтҡуллина йыйҙы. Йомғаҡ яһау ваҡытына улар 384 ине. Еңеүселәргә бүләккә Амелия Йәшелбаева әҙерләгән алҡалар һайланды. Әйткәндәй, оҫтабикә — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 11 класс уҡыусыһы.