Кисә Баймаҡ ҡалаһы янында янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Билдәле булыуынса, ут сүплектә тоҡана, янғын телдәре тиҙ арала ҙур майҙанды ялмап алып, яҡындағы урманға, йорттарға хәүеф менән янай. Янғын һүндереүселәр 70-тән ашыу Баймаҡ кешеһенең ярҙамы менән утты һүндерә. Бәхеткә, бер кем дә зыян күрмәгән.